МБУ Централизованная система массовых библиотек городского округа г.Уфа Республики Башкортостан
Модельная библиотека №32
Информационно-правовой центр
Продлить книгу Арт-галерея “ЭНЖЕ” Найти книгу Книжные новинки
Информационное консультационное бюро Объединения по интересам Продлить книгу online Задать вопрос библиотекарю Контакты
Версия для слабовидящих

Ганиев, Нурлан

Всего лишь миг: Стихи. – Уфа: Китап, 2017. – 112 с.

16+

Татар телендә сыҡҡан «Бер мизгел нибары» китабында Нурлан ҒӘНИЕВ төрлө темаларға яҙылған шиғырҙарын тәҡдим итә. Уның шиғырҙарында хис-тойғоло лирика ла, тыуған яғына, тыуған йортона тоғролоҡ төшөнсәһе лә ярылып ята. Авторҙың тормош, кеше күңеле, дуҫлыҡ, йәшәйеш, тәбиғәт, ваҡыт тураһындағы әҫәрҙәрендә тәрән фәлсәфә һалынған, ул үҙ уҡыусыһын татлы ла, ғазаплы ла уйланыуҙар донъяһына алып инә.

Тыуған ауылында (Благовар районы Яңы Һынташ ауылы) башланғыс белем алғандан һуң, күрше Күсәрбай ауылы мәктәбендә туғыҙынсы синыфты тамамлай һәм уҡыуын Бәләбәй педагогия колледжында дауам итә. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының фәлсәфә һәм социология факультетында, аҙаҡ аспирантурала уҡып, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Нурлан Ғәниев әҙәби ижад һәм журналистика менән мәктәп йылдарынан уҡ шөғөлләнә башлай. «Өмөт» гәзитенең «Сатҡылар» ҡушымтаһына яҙышып, йәш хәбәрсе булып таныла. Бер шәлкем шиғырҙары «Аҡсарлаҡ - 2007» альманахында баҫылып сыға.

Бәләбәй педагогия колледжының Фәтих Кәрим исемендәге премияһына, «Илһам шишмәләре - 2006» төбәк – ара поэзия фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ була. 2014 йылда йәш яҙыусыларҙың Ҡазанда уҙған «Иҙелем аҡсарлағы» кокурсында Гран-при яулай.

Уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар А. Ғәлимов, С. Фәтхетдинов, Г. Уразова, Г. Әхмәтова, Р. Зарипов, И. Ғәзизов кеүек танылған йырсылар башҡарыуында ҙур сәхнәләрҙә яңғыра.

Зайнетдинова, Разина

Тепло пуховой шали: Рассказы. – Уфа: Китап. - 2017. – 88 с.

16+

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВАНЫҢ «Килен шәле» китабында күберәк социаль-психологик пландағы хикәйәләр өҫтөнлөк итһә лә, геройҙар тормош ығы-зығыларына бирешмәй, йәшәйеш, мөхәббәт кеүек мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында уйлана. Ә өлкән йәштәге мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән әҫәрҙәре тәрбиәүи яҡтан күтәрелгән проблемалары менән әһәмиәтле.

Бәләкәйҙән әҙәбиәткә ғашиҡ ҡыҙ 2001 йылда республика кимәлендә үткән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында үҙе яҙған ҡобайыр менән сығыш яһап, II урын яулай. Ғафури районында Гөлнур Яҡупова ойоштарған “Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһенең лауреаты. Урта мәктәпте тыуған ауылында ( Ғафури районы Юлыҡ ауылы) тамамлағас, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы факультетында уҡый. “Ашҡаҙар” ижади түңәрәгендә шөғөлләнә. ҡулына диплом алғас, Красноусол башҡорт гимназия-интернатында, “Һәләтле балалар ижады үҙәге”ндә эшләй. Студент сағынан “Табын”, “Йәншишмә” гәзиттәренә яҙыша. 2015 йылда «Йәншишмә” гәзите лауреаты.

Расуль, Тансулпан

Отца я видела во сне: Стихи. – Уфа: Китап, 2017. - 88 с.

16+

Таңсулпан РӘСҮЛДЕҢ «Атай, һине күрҙем…» йыйынтығына ингән шиғырҙары дүрт өлөшкә, йәғни дүрт циклға бүлеп бирелә: «Минең тормош бынан башлана», «Һинең хаҡта булыр был төндәр», «Мин – шаңдауы йөҙәр быуаттың», «Ҡаҙағстан циклынан». Таңсулпандың йыйынтыҡтағы һәр бер шиғыры, һәр бер юлы, һәр бер әйткән фекере үҙенсәлекле, тәрән йөкмәткеле. Авторҙы кешелек, йәмғиәт, миллилек, тарих, донъя, йәшәйеш кеүек мәңгелек темалар борсой. Был китапты ул үҙе бер тапҡыр ҙа күрмәгән атаһы рухына арнап яҙа.

Таңсулпан Бөрйән районы Яңы Собханғол ун бер йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында агроном, лаборант-микробиолог һөнәрен үҙләштерә. 2013 йылдан Көнъяҡ Ҡаҙағстандың Төркөстан ҡалаһындағы Ә.Х. Йәсәүи исемендәге Халыҡ-ара ҡаҙаҡ-төрөк университетының сит телдәр кафедраһы, инглиз-ҡытай филологияһы студенты була. 2016 йылдан “Башҡортостан” гәзите корреспонденты.

Сакмар, Лилия

Достойно жить – это подвиг: Стихи. – Уфа: Китап, 2017. 200 с.

16+

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә башҡорт шағиры, драматург, тәржемәсе һәм журналист Лилиә Һаҡмарҙың «Матур йәшәй белеү – батырлыҡ» исемле өр-яңы китабы донъя күрҙе һәм ул тиҙҙән һатыуға сыға. Шағирәнең был китабына «Ҡар өҫтөндәге сабый», «Боланҡай» исемле поэмалары, «Башҡорт йыры – тере шишмә» тип аталған эпик шиғыры һәм төрлө йылдарҙа яҙылған бик күп шиғырҙары тупланған. Әҫәрҙәрендә авторҙың лирик геройы ҡапма – ҡаршылыҡлы һорауҙарға яуап эҙләй, ерҙә кәрәкле кеше, шәхес булып йәшәү өсөн ниндәй сифаттарҙы үҙ итергә икәнен самалай.

Шиғырҙары йөкмәткеһе буйынса төп өс өлөшкә бүленгән. Тәүге өлөшөндә шағирәне йәшәү, ғүмер, яҙмыш, кешелек, бәхет кеүек мәңгелек һорауҙар борсой, икенсеһендә ул тыуған иленә, тыуған еренә, Башҡортостанға, тыуған ауылы Йомашҡа (Баймаҡ районы), Һаҡмар йылғаһына, Өфөгә, туған теленә, ата – әсәһенә булған һөйөүен белдерә, ауылдаштары менән ғорурлыҡ кисерә, ә өсөнсөһөндә күберәк егет менән ҡыҙ араһындағы мөхәббәт, тәбиғәтте, донъяны яратыу хаҡында яҙа.

Авторҙың «Бойоҡма һин», «Матур йәшәй белеү - батырлыҡ», «Йомашым – иң матур ауыл», «Йомашым», «Уйнаһын ҡурайҡайым», «Башҡортостанға йыр», «Тик берәүҙе һөйгөм килә», «Диңгеҙ», «Ҡарағай», «Ҡабатлайым исемеңде» шиғырҙарына йырҙар яҙылған.

Шағирәнең яңы китабы оло быуын уҡыусыларына ғына түгел, ә мәктәп уҡыусыларына, уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә лә тәғәйенләнгән. Шиғырҙарын мәктәп кисәләрендә, класс сәғәттәрендә һәм башҡа әҙәби саралар үткәргәндә ҡулланырға була.

***

Матур йәшәй белеү – батырлыҡ!
Матурлыҡты ҡайҙан алам, тимә,
Һутың булһа сәскә шытырлыҡ,
Йөрәгеңдә үҫтер нәфис гөлдәр –
Тормош бит ул – үҙе матурлыҡ!

***

Лилиә Һаҡмарҙың «Йондоҙ ҡыҙы» (1993). «Тере шишмә» (1998), «Эстафета» (2006) – шиғырҙар, «Бәхетле ҡатын» (2012) – хикәйәләр, «Балапан» (2013) исемле драма әҫәрҙәре тупланған китаптары нәшер ителгән. «Балапан» һәм «Марста тормош бармы?» әҫәрҙәре төрлө йылдарҙа Республика драма конкурстарында еңеүсе дипломдарын яулаған. Авторҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар тупланған аудио – баҫмалар бар.

Сафина, Аклима

Хороший сосед - божья благодать: повести. – Уфа: Китап, 2017. – 144 с.

Әҡлимә Сафинаның «Күрше хаҡы» йыйынтығына ингән повесть һәм хикәйәләрендә ҡатмарлы кеше яҙмыштары, төрлө хәл-ваҡиғалар, күңел кисерештәре тураһында һүҙ бара.

Книжные новинки
Яңы китаптар